Читать онлайн Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар бесплатно
© Сәйгөл Алтын, 2024
ISBN 978-5-0062-8930-7
Создано в интеллектуальной издательской системе Ridero
- Зарифа әбей
- Яланда эшләй
- Орлоҡтар йыя
- Тоҡтарға ҡуя
- Тәбиғәт матур
- Зарифа ғорур
- Ҙур бит хайуандай
- Трактор тырылдай
- Сыйырсыҡ, турғай
- Ем юлда ашай
- Ҡояш та балҡый
- Ҡыҙ китап уҡый
- Беҙҙең ҡарашта
- Саф һауа тышта
- Кем тышҡа сыға
- Йәм килә уға!
- Һорамайса килә изге март,
- Сәйәхәтсе һымаҡ бит ул ҡарт.
- Ә ни өсөн март та ҡарт булған?
- Ул күп саҡрым беҙгә атлаған.
- Ҡарҙар, буран аша ул килгән,
- Умырзая юлда эҙләгән,
- Беҙгә еткәс тә уны тапҡан
- Бушҡа түгел еренә ҡайтҡан!
- Ҡояш менән көн һайын уйнай.
- Февраль китеп, бик оҙаҡ илай.
- Күҙ йәштәре ямғырҙай тама.
- Яҙ мәлдәрен, йәнем, онотма.
- Йөрәгемә килә изге март
- Йылы ҡосаҡ менән ул йомарт.
- Тышта томан, ҡуйы томан.
- Һыуыҡ менән тулы урман.
- Ҡыш китәсәк әле ҡасан,
- Һыуыҡ китһә, китер томан.
- Үткән байрам, шаулы байрам.
- Томан менән тулы урам.
- Кем йортонан сыға ала,
- Юлды тапмаҫ ул тағы ла.
- Һыуыҡ менән тулы ҡала
- Ялҡаулыҡта кеүек була
- Уны яба ҡалын юрған
- Ҡыш билдәһе, ап-аҡ томан.
Яҡын дуҫтан хатты алып,
Уны юғалтмаҫҡа теләйем.
Шиғриәтле юлды уҡып,
Илһамымды бында эҙләйем
Дуҫ минең йәнемде белә,
Уның яҡта булғым килә.
Алыҫ ерҙә йәшәй, ләкин
Күңелемә ул -иң яҡын.
Хәтирәләр генә тотоп,
Йылы һүҙҙәр оҙаҡ һаҡлайым.
Аралыҡты ла онотоп
Рухи туғанлыҡты аңлайым.